Әй ашыҡтың, әсәй. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Әй ашыҡтың, әсәй...


Әсәйемдән хәҙер олораҡмын ,
Байтаҡ инде унан уҙғанға,
Мин дә әле ҡарт түгелмен кеүек -
Үтә иртә әсәй ҡуҙғалған.

Сәфәр сыҡһа, гел ашығыр булды,
Хатта беҙҙе күрә килгәндә,
Фани донъяларҙа үтер юлы
Ҡыҫҡа икәнлеген белгәндәй.

Биш балам, тип, биш бармағым ғына ,
Ауырта, тип, тешлә ҡайһыһын,
Иңдәренә алды әсәйебеҙ
Шатлығынан бикәр ҡайғыһын.

Иртә остоҡ тыуған оябыҙҙан,
Буш ҡалдырып ҡанат аҫтарын
Ул йылытҡан беҙҙе, ә беҙ уны -
Һиҙмәгәнбеҙ бергә саҡтарын.

Көтөп кенә торған икән һыуыҡ -
Бәреп ингән боҙло тындары,
Йәй уҙмаҫтан ҡыш та килә икән,
Ҡарҙар итеп һибеп моң-зарын.

Әй ашығыр инең, әсәй, юлға,
Вокзалдарға төшөп күп алдан.
... Ахыры, һине иртә килгән состав,
Билетыңа ҡарап-нитеп тормай,
Һуңғы юлға алып юғалған

Әй ашыҡтың, әсәй...


2015